Приветствую Вас Гость | RSS

Меню сайта

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 56

Форма входа

Главная » 2013 » Август » 8 » Карарҙың дөрөҫлөгө
08:15
Карарҙың дөрөҫлөгө

 Ватанға тоғролоҡ, антҡа тоғролоҡ!

Башҡортостан йәштәре «Селигер-2013» форумынан ҡайтты

Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларынан, Белорет, Туймазы, Учалы райондарынан йәмғеһе 80 кеше «Селигер-2013» Бөтә Рәсәй йәштәр форумынан ҡайтты. Сара 28 июлдән 5 авгусҡа тиклем Тверь өлкәһендә үтте. Унда йәштәр ойошмаларының биш меңдән ашыу лидеры ҡатнашты. Аҙна дауамында ҡыҙҙар һәм егеттәр 2013-2014 йылдарға йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәре буйынса саралар программаһын әҙерләү өҫтөндә эшләне.
Граждандар форумы туғыҙ профилле смена буйынса эшләне. Улар араһында «Эшләүсе йәштәр», «Рәсәйҙең патриотик клубтары», «Йәштәр ойошмалары сменаһы», «Йәштәр туризмы», «Студенттар ойошмалары», «Йәш экологтар» һәм башҡалар булды.

Ҡатнашыусылар тарафынан тәҡдим ителгән 100 иң яҡшы проект «Селигер-2013» форумының гранттарына лайыҡ булды. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ биш грант яуланы.

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Бәләбәйҙәге бүлеге вәкиле Александр Краснов иҫәпләүенсә, «Селигер» йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

Йәмәғәт ойошмаһының Ҡалтасы районындағы бүлексәһе ағзаһы Ринат Насретдинов билдәләүенсә, форум — идеяларҙы тормошҡа ашырыу, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу өсөн яҡшы майҙансыҡ.

— Сарала йәштәр Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең сәйәси хәле тураһында бик күп мәғлүмәт алды. Лекциялар, семинарҙар йәштәргә үҙ идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итер, тип ышанам, — тине «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» йәмәғәт ойошмаһы вәкиле.
Просмотров: 649 | Добавил: ОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
  Українська Федерація   Главная   Регистрация   Вход  
Поиск

Календарь
«  Август 2013  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Архив записей

Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz


  • Copyright MyCorp © 2024 Бесплатный хостинг uCoz