Приветствую Вас Гость | RSS

Меню сайта

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 56

Форма входа

Главная » 2013 » Май » 25 » АФАРИН!
19:50
АФАРИН!

ГҮЗӘЛ СИТДИҠОВА.

МАХСУС РЕПОРТАЖ


 МАХСУС РЕПОРТАЖ-актуаль темалар, беҙҙе уратҡан ысынбарлыҡ, уйланыу, аналитика, анализ. Төплө һәм тәрән фекерҙәр. Асыҡ! Аныҡ! Киҫкен! Ҡыйыу!

Ҡәҙерле дуҫтар! Мин һеҙҙе журналист эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһен тыңларға, төрлө мәл-ваҡиғаларҙың шаһиты булырға саҡырам. Махсус репортаж шуныһы менән дә отошло-тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡан геройҙар, билдәле шәхестәр, эксперттар, төрлө белгестәр асыҡтан-асыҡ үҙ һүҙен әйтә. Көслө фекерҙәр яңғырай. Тапшырыуҙар нисек әҙерләнде һәм әҙерләнә? Тәү сиратта, ул-махсус рейдтар. Эҙләнеү. Табыу. Еткереү. Махсус репортаждарҙа күтәрелгән темалар-беҙҙең ысынбарлыҡ, уларҙы ситләтеп үтеп булмай. Әммә уларға тотоноусы, йәмғиәткә саҡырыу ташлаусы һирәк. Төп маҡсатым-тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырыу һәм уйландырыу. Донъяны ҡара төҫтәргә буяу түгел, ә ошо махсус репортаждарҙа сағылыш тапҡан һоролоҡҡа сорналған күренештәрҙең ни өсөн килеп сығыуын асыҡлау һәм көрәш юлдарын эҙләү. Әлбиттә, ябай бер журналист был күренештәргә ҡаршы әллә ни ҡыйрата, тамырынан өҙөп ырғыта алмайҙыр, әммә кемделер ниндәйҙер яуыз ниәтенән, ауыр енәйәттән йолҡоп, һаҡлап алып ҡала, йә тормошондағы ыңғай үҙгәрештәргә этәргес көс була ала икән-тимәк, ҡайһылыр кимәлдә, маҡсатҡа ирешелде тигән һүҙ. Тапшырыуҙарға ҡарата үҙ фекерҙәрегеҙҙе асыҡ яҙырһығыҙ тип ышанам. Һәр хәлдә, бәхәс ҡороуға нигеҙ бар. Уңыштар.
Просмотров: 604 | Добавил: ОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
  Українська Федерація   Главная   Регистрация   Вход  
Поиск

Календарь
«  Май 2013  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Архив записей

Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz


  • Copyright MyCorp © 2024 Бесплатный хостинг uCoz